Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.98 ↑

EUR 62.04 ↑

29 апрель, Шәмбе

Уфа   °

Баш ҡалала филармония этно-рок фестивален ойошторорға ниәтләй

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 2 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Башҡорт дәүләт филармонияһында ҙур этно-рок фестивале ойошторола. Был хаҡта эстрада буйынса художество етәксеһе Илшат Фәхертдинов хәбәр итте. Ошо маҡсатта популяр «Арғымаҡ» төркөмөн филармонияға эшкә саҡырғандар. Учреждение етәкселеге төркөмгә ҙур өмөттәр бағлай. Яңғыҙ һәм бергә сығыш яһауҙан тыш, Рәсәй буйлап, шулай уҡ сит илдәргә сәфәрҙәр көтөлә.

Музыканттар сентябрҙә эш башланы. Иртәгә, 3 октябрҙә, «Арғымаҡ» филармонияның башҡа артистары менән бергә «Янғантау» шифаханаһында сығыш яһай. 29 ноябрҙә арғымаҡтар Екатерина Ямщикованың «Һандуғасҡай» исемле концертында ҡатнаша.

«Арғымаҡ» этно-рок төркөмө — халыҡ-ара, бөтә Рәсәй, республика конкурстары һәм фестивалдәре лауреаты. 2009 йылда Өфө дәүләт сәнғәт академияһында ойошторолған. Репертуарында төрлө жанрҙағы фольклор әҫәрҙәре һәм үҙҙәре ижад иткән йырҙар бар. Ансамблдә гитара, һуҡма ҡоралдар менән бергә ҡурай, думбыра, ҡумыҙ, ҡыл-ҡумыҙ, өзләү, шулай уҡ донъя халыҡтарының уйын ҡоралдары яңғырай. «Арғымаҡ» йыш ҡына Рәсәйҙең һәм сит илдәрҙең ҙур сәхнәләрендә сығыш яһай.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть