7 декабрь, Шаршамбы

02 октябрь 2015 йыл, 15:55

Республика аграрийҙары өс миллион тоннанан ашыу иген йыйып алған

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2015 йыл, 2 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Башҡортостан аграрийҙары 1 миллион 735 мең гектар майҙандан 3 миллион 148 мең тонна иген йыйып алған. Бойҙай — 1144,7 мең тонна, арпа — 747 мең, һоло — 283,6 мең, борсаҡ — 56,5 мең. Майҙандың бер процентында бөртөклөләрҙе һәм ҡуҙаҡлыларҙы һуғырға ҡалған, тип хәбәр иттеләр республика Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.

Шишмә, Баймаҡ, Благовар, Дәүләкән райондарында тулайым йыйым 101-107 мең тонна, Ауырғазыла, Илештә — 121 меңдән ашыу, Саҡмағошта, Мәләүездә — 141,5 һәм 144,5 мең, Стәрлетамаҡ районында 188,4 мең тонна тәшкил иткән.