10 декабрь, Шәмбе

02 октябрь 2015 йыл, 15:26

Өфөлә йылытыу миҙгеле башланды

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 2 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/. Өфөлә йылытыу миҙгеле башланды. Ҡала хакимиәте сайтында хәбәр ителеүенсә, 1 октябрҙә йылытыу миҙгеленең башланыуы тураһында ҡарарға ҡул ҡуйылған.

Федераль ҡануниәткә ярашлы, әгәр уртаса һауа температураһы биш көн дауамында һигеҙ градустан түбән булһа, йорттарға йылы бирелә башлай. Әммә муниципалитетта температураның түбәнәйеүен көтөп торманылар.

Йылы тәү сиратта балалар баҡсаларына, мәктәптәргә, дауалау учреждениеларына ебәрелә.

Ҡарарҙың сығыуы йорттарҙың тиҙ генә йылытылыуын аңлатмай, сөнки йылы биргәндән һуң 3-10 тәүлек үтеүе мөмкин. Сөнки фатирҙағы радиатор менән ҡаҙанлыҡ цехы араһында оҙон үткәргес торбалар, йылылыҡ пункттары, бүлеү селтәрҙәре һәм башҡа технологик системалар бар.

Уҙған йылдарҙа ҡала халҡы йылының булмауы тураһында хәбәр иткән. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү өсөн йылы биргән саҡта торлаҡ предприятиеларында слесарь-сантехниктар өс сменала, шул иҫәптән ял һәм байрам көндәрендә эшләй.