3 декабрь, Шәмбе

02 октябрь 2015 йыл, 12:48

2016 йылда Башҡортостанға патриарх Кирилдың килеүе көтөлә

фото: Рус православие сиркәүе сайты

ӨФӨ, 2015 йыл, 2 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. 2016 йылдың июлендә Башҡортостанға Мәскәү һәм бөтә Русь патриархы Кирилл килә. Республика Башлығы Рөстәм Хәмитовтың Өфө һәм Стәрлетамаҡ митрополиты Никон менән осрашыуында уның килеүенә әҙерлек мәсьәләләре хаҡында һүҙ барҙы, тип хәбәр итә төбәк етәксеһенең матбуғат хеҙмәте.

– Республика Башлығы 2016 йылдың 12 июленән һуң Мәскәү һәм бөтә Русь патриархы Кирилды ҡабул итеүе тураһында ҡарар ҡабул итте. Православие руханиҙары ғына түгел, республика халҡының күбеһе уны күптән көтә, сөнки патриархтың бер тапҡыр ҙа Башҡортостанда булғаны юҡ, – тип хәбәр итте журналистарға митрополит Никон. – Күптәр Изге патриархты күрергә, һүҙен ишетергә теләй, сөнки уны Рәсәйҙә генә түгел, сит илдәрҙә лә хөрмәт итәләр.

Митрополит һүҙҙәренсә, патриархты ҡабул итеүгә әҙерлек эштәре бөгөн үк башлана. Өфөләге Киров урамындағы сиркәүҙе изгеләндереү сәфәрҙең төп ваҡиғаһы буласаҡ тип күҙаллана.