5 декабрь, Дүшәмбе

02 октябрь 2015 йыл, 11:36

Рөстәм Хәмитов Өфө һәм Стәрлетамаҡ митрополиты Никонды «Башҡортостан Республикаһы алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены менән бүләкләне

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2015 йыл, 2 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. 1 октябрҙә Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Рус православие сиркәүенең Мәскәү патриархатындағы Башҡортостан митрополияһы башлығы, Өфө һәм Стәрлетамаҡ митрополиты Никон менән осрашты. Осрашыуҙа конфессия-ара мөнәсәбәттәр, 2016 йылда Мәскәү һәм бөтә Русь патриархының Башҡортостанға сәфәрен ойоштороу мәсьәләләре һәм башҡа темалар ҡаралды.

Рөстәм Хәмитов митрополитты 65 йәше ҡотланы һәм уны «Башҡортостан Республикаһы алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены менән бүләкләне.

– Ошо ҙур награданы үҙемдең генә түгел, православие руханиҙарының да  хеҙмәттәрен баһалау тип ҡабул итәм, – тине митрополит Никон. – 26 августа Башҡортостанда хеҙмәт итеүемә 25 йыл тулды. Бик күп эштәр башҡарылды. Православие руханиҙарының һәм мосолмандарҙың бурысы кешеләрҙең рухи донъяһын байытыуға, мәҫәлән, сиркәүҙәр һәм мәсеттәр төҙөүгә генә ҡайтып ҡалмай тип иҫәпләйем. Беҙ күп милләтле республикабыҙҙа тыныслыҡты һәм тотороҡлоҡто һаҡлауға ярҙам итәбеҙ.

– Халыҡтың рухиәтен һаҡлау, мохтаждарға ярҙам күрһәтеү буйынса өҙлөкһөҙ эш алып барыуығыҙ өсөн һеҙгә сикһеҙ рәхмәтлебеҙ, – тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. – Тыныслыҡ, именлек, төрлө конфессияларҙың үҙ-ара аңлашып йәшәүе бик мөһим. Һис шикһеҙ, һеҙҙең менән оҙаҡ эшләйәсәкбеҙ әле.