10 декабрь, Шәмбе

02 октябрь 2015 йыл, 10:10

«Һамар — Өфө — Силәбе» трассаһының Башҡортостандағы участкаһында «Юлға — ауыр йөкһөҙ!» акцияһы уҙа

фото: Мирон Доровских | видео: Мирон Доровских

ӨФӨ, 2015 йыл, 2 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/. 4 октябргә тиклем федераль һәм төбәк юлдарында «Юлға — ауыр йөкһөҙ!» бөтә Рәсәй акцияһы уҙа. М-5 «Урал» трассаһында дәүләт инспекторҙары автомобилдәрҙе ауыр йөк машиналары өсөн үлсәү менән ҡаршы ала. Ошо участкала йөк үлсәү пункты тәүлек әйләнәһенә эшләй.

Йөк үлсәү пункты автомобиль юлының 1542-се саҡрымында урынлашҡан.

— Һәр йөк автомобиле өсөн норма билдәләнгән, — тип һөйләй Башҡортостан буйынса дәүләт автомобиль юлын күҙәтеү идаралығы инспекторы Альберт Яҡупов. — Мәҫәлән, өс күсәрле машинаға — 25, дүрт күсәрле автомобилгә иһә 32 тоннаға тиклем йөк ташырға рөхсәт ителә. Биш күсәрле йөк машинаһына — 40 тонна.

Үлсәү режимын боҙоусылар аҙ. Туҡтатылған фураларҙың күбеһе нормаға ярашлы йөк тейәгән. Йөктәре күберәк булған водителдәргә штраф һалына.

— Транспорт хужалары сикләүҙәр хаҡында белә һәм автомобилдәренә артыҡ йөк тейәргә тырышмай, — ти Альберт Яҡупов.

Шуны билдәләп үтергә кәрәк: ҡағиҙә боҙоусыларға 500 мең һумғаса штраф янай, водителдәрҙән иһә ярты йылға тиклем таныҡлығы тартып алыныуы ихтимал.

2014 йыл йомғаҡтары буйынса юлдарҙағы йөк үлсәү пункттарында миллиондан ашыу ҡағиҙә боҙоу осраҡтары теркәлгән. Ауыр йөк тейәгән машиналарҙың Рәсәй юлдарына килтергән зыян күләме йылына  2,6 триллион һум тәшкил итә.

«Һамар — Өфө — Силәбе» федераль автомобиль юлы идаралығының матбуғат секретары хәбәр итеүенсә, яҡын арала Федераль юл агентлығы федераль юлдарҙа 400 йөк үлсәү пункттары төҙөргә ниәтләй.