Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.42 ↓

EUR 61.86 ↑

25 март, Шәмбе

Уфа   °

Йыл башынан Башҡортостанда аҙыҡ-түлеккә хаҡтар туғыҙ процентҡа артҡан

Иҡтисад

ӨФӨ, 2015 йыл, 1 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/.

Йыл башынан Башҡортостанда аҙыҡ-түлеккә хаҡтар туғыҙ процентҡа, Волга буйы федераль округында — 9,3, Рәсәйҙә 9,8 процентҡа артҡан. Рәсми статистика буйынса, республикала ҡулланыусыларҙың йыллыҡ инфляцияһы 114,5 процент кимәлендә. Рәсәй буйынса — уртаса 115,8 процент. 1 октябрҙә үткән Башҡортостан Хөкүмәте ҡарамағындағы штаб ултырышында Премьер-министр урынбаҫары Илдар Тимерғәлин шундай мәғлүмәттәр килтерҙе.

Аҙыҡ-түлектең төп төрҙәренең хаҡтарына даими мониторинг штаб эшендә айырым урын алып тора. Был улар нигеҙһеҙ үҙгәргән осраҡта тиҙ арала ҡарар ҡабул итеү мөмкинлеген бирә.

«Ҡайһы бер тауарҙарға эмбарго һалыуға йылдан ашыу ваҡыт үтте. Ошо осорҙа эшмәкәрлегебеҙ эске аҙыҡ-түлек ресурстарын мобилизациялауға, етештерелгән ауыл хужалығы продукцияһының тауарлылығын күтәреүгә һәм етештереүҙе артабан үҫтереү өсөн шарттар булдырыуға йүнәлтелде, —  тип билдәләне Илдар Тимерғәлин. — Республикала урындағы етештереүселәрҙең продукцияһын һатыуҙы үҫтереү буйынса эш алып барыла. Ауыл хужалығы продукцияһын һәм аҙыҡ-түлекте сауҙа нөктәләре аша һатыу өсөн шарттар тыуҙырыла. Йәрминкәләрҙә урындар арттырыла, фермер баҙарҙары ойошторола. «Башҡортостан аҙыҡ-түлеге» республика сауҙа селтәрен булдырыу буйынса эш бара».

Ултырышта тауар баҙарында тигеҙлелекте тәьмин итеү һәм ауыл хужалығы продукцияһына, сеймалға һәм аҙыҡ-түлеккә хаҡтың артыуына юл ҡуймау мәсьәләләре ҡаралды.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть