9 декабрь, Йома

01 октябрь 2015 йыл, 17:18

Республикала көҙгө саҡырылыш буйынса «ҡыҙыу бәйләнеш» асылды

фото: автор фотоһы

ӨФӨ, 2015 йыл, 1 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Башҡортостанда хәрби хеҙмәткә саҡырылыш мәсьәләләре буйынса «ҡыҙыу бәйләнеш» телефондары эшләй. Көҙгө кампания осоронда саҡырылыусылар һәм уларҙың ата-әсәләре бер нисә номерға шылтыратып, белгестәргә һорауҙар бирә ала, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Хәрби комиссариатында «Башинформ» агентлығына.

Республиканың Хәрби комиссариатына (347) 228-02-92 (консультация-хоҡуҡи пункт — көн һайын иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 6-ға тиклем), 276-65-76 (юридик бүлек), 253-13-48 (граждандарҙы хәрби хеҙмәткә саҡырыу һәм әҙерләү бүлеге) телефондары буйынса шылтыратырға мөмкин. Өфө гарнизонының хәрби прокуратураһы — 250-05-10. Тиҙ психологик ярҙам — 8-800-7000-183.

Бынан тыш, республика Хәрби комиссариатының Өфөләге бүлектәренә мөрәжәғәт итергә була. Киров һәм Ленин райондары — 254-19-76, Октябрь һәм Совет — 241-49-55 һәм 241-37-99, Орджоникидзе һәм Калинин — 238-57-18. Өфөнөң Дим районы һәм Өфө районы — 227-61-94.