6 декабрь, Шишәмбе

01 октябрь 2015 йыл, 16:52

Тәүлек эсендә Башҡортостанда 26,5 гектар урман янды

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 1 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Уҙған тәүлектә Башҡортостанда 26,5 гектар урман янды. Төбәктең урман фонды биләмәһендә өс янғын асыҡланды, тип билдәләнеләр республика Урман хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.

Белорет районының Отнурок ауылынан һигеҙ саҡрым алыҫлыҡта дүрт гектар майҙанда янғын теркәлгән. Быға ағас ҡалдыҡтарын яндырыу сәбәпсе булған. 1 октябрь иртән ут һүндерелгән. Икенсе янғын Туймазы районы Ҡандра-Ҡотой ауылынан дүрт саҡрым алыҫлыҡта сыҡҡан. Кискә янғынды һүндергәндәр. Уның сәбәптәре асыҡлана.

Хәҙер ике ерҙә урман яна. Тәүгеһе кисә Йылайыр районының Иҫке Яҡуп ауылынан һигеҙ саҡрым алыҫлыҡта урындағы халыҡтың ғәйебе буйынса сыҡҡан. Ут 20 гектар урманды ялмап алған. Министрлыҡ ҡарамағындағы төбәк диспетчер хеҙмәтендә әйтеүҙәренсә, янғындың көсәйеүенә юл ҡуйылмаған. Йәнә бер янғын Күгәрсен районының Ибраһим ауылы эргәһендә теркәлгән. Быға уттың ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәрҙән күсеүе сәбәпсе булған. Ике гектар урман уттан зыян күргән.

темалар: янғын, урман