10 декабрь, Шәмбе

01 октябрь 2015 йыл, 16:16

Өфө сәнғәт академияһында Ҡытайҙың ижади делегацияһы булды

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 1 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфө дәүләт сәнғәт академияһында Ҡытайҙың ижади делегацияһы булды. Башҡортостандағы төп ижади уҡыу йортоноң эше менән танышыу өсөн Өфөгә Дзансю провинцияһының музыка колледжы уҡытыусылары һәм уҡыусылары килде. Ҡунаҡтарҙы ижади эшмәкәрлек буйынса проректор Олег Мельников һәм махсус фортепиано кафедраһы мөдире Рөстәм Шәйхетдинов ҡаршы алды.

Сәфәр сиктәрендә профессорҙар Михаил Кочуров, Наилә Хәмиҙуллина, Рөстәм Шәйхетдинов асыҡ дәрестәр күрһәтте. Сит ил делегацияһы шулай уҡ Башҡортостан Йәштәр симфоник оркестрының репетицияһын ҡараны. Ҡытай музыканттары өсөн академия буйлап экскурсия ойошторолдо. Сәнғәт академияһының махсус фортепиано кафедраһы студенттары ҡунаҡтар хөрмәтенә концерт ҡуйҙы.

«Ҡытайҙағы коллегаларыбыҙ артабанғы хеҙмәттәшлек менән ҡыҙыҡһына. Әлегә улар танышып ҡына сыҡты, әммә киләсәктә берлектәге концерттар, оҫталыҡ кластары, ижади проекттар ойошторорға ниәтләй», — тине Рөстәм Шәйхетдинов.