6 декабрь, Шишәмбе

01 октябрь 2015 йыл, 15:33

Республикала йәш ғаиләләр дәүләт ярҙамы иҫәбенә торлаҡ шарттарын яҡшырта

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 1 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Башҡортостанда йәш ғаиләләр дәүләт ярҙамы программаһы буйынса торлаҡ шарттарын яҡшырта. Кисә Туймазы районы хакимиәтендә йәштәргә торлаҡ һатып алыуға йәки төҙөүгә социаль түләү тураһында таныҡлыҡтар тапшырылды. Документ 27 йәш ғаиләгә бирелде, шуларҙың 23-ө — күп балалы. Таныҡлыҡтар тапшырып, район башлығы Айҙар Суфиянов, йәш ғаиләләр дәүләт ярҙамы программаһы буйынса торлаҡ алыу мөмкинлегенә эйә була, тип билдәләне.

Торлаҡ мәсьәләһен хәл итеү йәштәрҙең районда ҡалыуына булышлыҡ итә. 2014-2015 йылдарҙа 53 йәш ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшыртҡан. «Торлаҡ» федераль маҡсатлы программаһы сиктәрендә 23 ғаиләгә — социаль түләүҙәр, 30 ғаиләгә бала тыуғанда түләнә торған пособие бирелгән, тип хәбәр иттеләр Туймазы районы хакимиәтендә.