4 декабрь, Йәкшәмбе

01 октябрь 2015 йыл, 14:34

Өфөлә Тамара Ғәниеваның «Ғүмер кисеүҙәре» исемле яңы китабы донъя күрҙе

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 1 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә Тамара Ғәниеваның яңы шиғри йыйынтығы донъя күрҙе. «Ғүмер кисеүҙәре» китабына шағирәнең һуңғы йылдарҙа яҙылған әҫәрҙәре тупланған. Йыйынтыҡта ул яҡты кисерештәр һәм тойғолар, һағыш-һыҙланыуҙар, юғалтыу-табыштар, рухиәт, баҡыйлыҡ менән фанилыҡ кеүек ҡәҙимге лә, фәлсәфәле лә төшөнсәләргә мөрәжәғәт итә. Ил, тел, ер, халыҡ яҙмышы — шағирәнең уй-хистәре ана шундай даирәләрҙе айҡай.

Тамара Ғәниеваның яңы китабын «Китап» нәшриәтенең фирма магазинында йәки сайтта электрон вариантын һатып алырға мөмкин. Адресы: Өфө ҡалаһы, Октябрь проспекты, 2.

Шағирә, әҙәбиәтсе, прозаик, драматург, Рәсәйҙең Яҙыусылар союзы ағзаһы, атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Рәми Ғарипов, Фәтих Кәрим, Баязит Бикбай исемендәге әҙәби премиялар лауреаты Тамара Ғәниева Көйөргәҙе районының Кинйәбай ауылында тыуған.

Тамара  Ғәниева — «Осрашырбыҙ әле», «Күсмә ҡоштар», «Көмөш ямғырҙар», «Уйлы сағым», «Ҡондоҙ ҡойроғо», «Ҡыпсаҡтар», «Арҡайым», «Аҡыҡ көмбәҙ», «Мөхәббәткә ышанам» һәм башҡа йыйынтыҡтар авторы.

Хеҙмәт юлын мәктәптә уҡытыусы булып башлаған, Салауат педагогия училищеһын, Стәрлетамаҡ педагогия институтын тамамлаған. Башҡортостан радиоһында, «Ағиҙел» һәм «Панорама Башкортостана» журналдарында эшләгән. Ул тыуған төйәге Көйөргәҙе районына йыш ҡайта, ауылдаштары менән осраша, уларҙың проблемаларын хәл итергә ярҙамлаша.

темалар: китап сығарыу