Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.70 ↓

EUR 69.40 ↑

15 декабрь, Йома

Уфа   °

Пермь крайының мәктәп делегацияһы Башҡортостан мәҙәниәте менән танышты

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 1 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

«Рәсәй башҡорттары» программаһы сиктәрендә Өфөгә Пермь крайы Барҙа районынан мәктәп делегацияһы килде. Сәфәрҙе ойоштороусы — Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы йорто. Мәҙәни программаны Туризм, тыуған яҡты өйрәнеү һәм экскурсиялар республика үҙәге ғәмәлгә ашырҙы.

Өфө буйлап экскурсия Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатынан башланды. Башҡортостандың Милли музейы балаларҙа ҙур тәьҫораттар ҡалдырҙы, унда улар республика халыҡтарының тарихы һәм этнографияһы менән танышты.

«Өфө.Тарих биттәре» экскурсияһы барышында ҡунаҡтар ҡаланың һәм республиканың тарихы тураһында белде, Дуҫлыҡ монументына, Салауат Юлаев һәйкәленә барҙы һәм башҡа иҫтәлекле урындарҙа булды. Туристарҙы айырыуса «Ләлә-Тюльпан» мәсете һоҡландырҙы. Уҡыусылар «Етенсе күк» күҙәтеү ҡуласаһында йөрөнө һәм Өфө планетарийында фильм ҡараны.

«Һәр көн яңы һәм ҡыҙыҡлы тәьҫораттарға һәм асыштарға бай булды. Беҙ ҡунаҡтарға республика һәм Башҡортостанда йәшәүсе халыҡтарҙың традициялары хаҡында китаптар, брошюралар бүләк иттек», — тип хәбәр иттеләр Халыҡтар дуҫлығы йортонда.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть