Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.37 ↓

EUR 60.59 ↑

31 март, Йома

Уфа   °

Көҙгө саҡырылышта 6300-ҙән ашыу яҡташыбыҙ һалдат сафына баҫасаҡ

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 1 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.

Көҙгө саҡырылышта Башҡортостандан 6300-ҙән ашыу егет хәрби хеҙмәткә алынырға тейеш. Рәсәй Президенты «2015 йылдың октябрь – декабрендә Рәсәй Федерацияһы граждандарын хәрби хеҙмәткә саҡырыу һәм саҡырыу буйынса хәрби хеҙмәт үтеүселәрҙе хәрби хеҙмәттән бушатыу тураһында»ғы указға ҡул ҡуйҙы.

Республиканың Хәрби комиссариатында хәбәр итеүҙәренсә, Ҡоро ер ғәскәрҙәренә — 3600, Хәрби-Һауа көстәренә — 340, Диңгеҙ флотына — 230, Стратегик тәғәйенләнештәге ракета ғәскәрҙәренә — 300, Һауа десанты ғәскәрҙәренә — 110, Эске ғәскәрҙәргә 480 самаһы кеше ебәрелә.

Хәрби хеҙмәткә алыу октябрҙең өсөнсө декадаһында башлана.

Быйыл көҙҙән хәрби хеҙмәткә саҡырылыусыларға йәйге һәм йылы кейемдәр урынына көндәлек кейем (оҙон еңле куртка һәм салбар) һәм яҙғы-көҙгө курткалар бирелә. Мәҫәлән, тире бүрек, кашне, көндәлек куртка, көндәлек костюм, йылы фуфайка-тельняшка, оҙон еңле футболка.

Башҡарма властың башҡа федераль органдарына (Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы, Эске эштәр министрлығының эске ғәскәрҙәре) хеҙмәт итергә саҡырылыусыларға иһә элекке форма.

Быйыл 1 октябрҙән 31 декабргә ҡәҙәр 18 йәштән 27 йәшкә тиклемге 147 100 Рәсәй гражданы хеҙмәткә саҡырыла.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть