Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.09 ↑

EUR 61.69 ↓

21 февраль, Шишәмбе

Уфа   °

«Аҡ тирмә» ансамбле Мәскәүҙә «Хорҙар алышы» финалында сығыш яһаны

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 30 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

«Аҡ тирмә» фольклор ансамбле Мәскәүҙә «Хорҙар алышы» финалында Башҡортостан исеменән сығыш яһаны. Фестиваль «Йыһан» концерт залында тамамланды. Сара Халыҡ-ара ололар көнө уңайынан ойошторолдо.

Ижади бәйгелә Рәсәйҙең 11 төбәгенән өлкән йәштәге кешеләрҙән торған хор коллективтары, шулай уҡ Болгария, Сербия, Молдова һәм  Приднестровьенан килгән ҡунаҡтар ҡатнашты. Ике көнлөк фестивалдә тамашасылар һәм ҡатнашыусылар йырҙар тыңланы, сағыу милли кейемдәрҙе күрҙе. Бәйгеселәр жюри хөкөмөнә таҡмаҡтар, һуғыш тураһында балладалар,  йола тамашаларын, тыуған төйәк хаҡында йырҙар тәҡдим итте.

«Аҡ тирмә» фольклор ансамбле 1996 йылда Балаҡатай районында ойошторолған. Ансамблдең репертуарында —  башҡорт халҡының йолалары, йырҙар, ҡобайырҙар. «Аҡ тирмә» районда һәм республикала уҙғарылған сараларҙа даими ҡатнаша, «Салауат йыйыны» республика фольклор байрамында Гран-приға лайыҡ булған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть