4 декабрь, Йәкшәмбе

30 сентябрь 2015 йыл, 18:11

Рөстәм Хәмитов Башҡортостан Хөкүмәте ултырышын үткәрҙе

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2015 йыл, 30 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. 30 сентябрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов республика Хөкүмәте ултырышын үткәрҙе. Унда юғары мәктәптең һәм производствоның хеҙмәттәшлеге тикшерелде.

Республикала инновацион үҫештең берләштерелгән моделе ғәмәлгә ашырыла, унда республиканың Фәндәр академияһы һәм Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәге, юғары уҡыу йорттары, предприятиеларҙың ғилми подразделениелары йәлеп ителгән. Университеттарҙа яңы структуралар, бәләкәй предприятиелар асылған һәм эшләй, индустриаль парктар булдырыла. Бер нисә мәғариф учреждениеларының һәм эш биреүселәрҙең ресурстарын файҙаланып, яңы уҡытыу формалары индерелә башланы.

– Әммә беҙҙә дуаль белем биреү башланғыс хәлдә генә. Кадрҙар әҙерләүҙә ҡатнашҡан предприятиелар бик аҙ, – тине республика Башлығы. – Беҙҙең сәнәғәт гиганттары, ҙур бизнес, ысынлап та, тиҙ килем артынан ҡыуа, белгестәр әҙерләү менән ҡыҙыҡһынмай.

Өфөлә инновацион технополис булдырыу ошо мәсьәләне хәл итеүгә булышлыҡ итәсәк. Республика Башлығы вице-премьерҙар Дмитрий Шаронов менән Салауат Сәғитовты ошондай структураны ойоштороу өсөн яуаплы итеп тәғәйенләне. Технополисты булдырыу тураһында документтың проекты 25 октябргә тиклем әҙер булырға тейеш.

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов юғары уҡыу йорттарының төбәк предприятиелары, эшҡыуарлыҡ структуралары менән хеҙмәттәшлеген камиллаштырыу буйынса тәҡдимдәр менән сығыш яһаны.

2014 йылда мәшғүллек үҙәктәрендә 2013 йылғы – 1 228 һәм 2014 йылғы 2 828 сығарылыш уҡыусыһы эш эҙләүсе булараҡ теркәлгән. Бөгөн юғары белемле бухгалтер вакансияһына – дүрт, уҡытыусыға – һигеҙ, юрисҡа ике кеше дәғүә итә.

Хөкүмәт ултырышында шулай уҡ 2015 йылдың тәүге ярты йыллығында республика башҡарма власть органдары эшмәкәрлегенең һөҙөмтәлелеге мәсьәләһе ҡаралды. Ошо йылдың авгусынан баһалау менән Хөкүмәт Аппараты шөғөлләнә, тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.