10 декабрь, Шәмбе

30 сентябрь 2015 йыл, 17:15

Өфөлә Рәил Кузеевтың ғилми хеҙмәттәре йыйынтығының беренсе томының исем туйы булды

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2015 йыл, 30 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. 30 сентябрҙә Өфөлә ғалим-этнограф, тарих фәндәре докторы, профессор, Рәсәй Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты Рәил Кузеевтың ғилми хеҙмәттәре йыйынтығының беренсе томының исем туйы булды. Баҫма Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтың ярҙамы менән сыға.  

Республика етәксеһе ғалимдың хеҙмәттәре экспозицияһы менән танышты, ғилми берләшмәне Рәил Кузеевтың хеҙмәттәре йыйынтығының донъя күрә башлауы менән ҡотланы, шулай уҡ «IV Кузеев уҡыуҙары: Этнос. Йәмғиәт. Цивилизация» исемле халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференцияны асты.

— Рәил Ғүмәр улы Кузеев — республикабыҙҙың ғорурлығы. Уның этнография үҫеше, республикала, Уралда, Волга буйында халыҡтарҙың хәрәкәте хаҡында бәйән итеү өсөн күп эш башҡарыуын беләбеҙ, — тине төбәк Башлығы. — Ғалим тураһында уның хеҙмәттәренә ҡарап һүҙ йөрөтөргә кәрәк. Күреүебеҙсә, Рәил Ғүмәр улы күпме эшләргә, яҙырға өлгөргән. Һис шикһеҙ, был китаптар һәләтле, үҙ эшенә мөкиббән бирелгән ғалимдың ниндәй эштәр башҡара алыуын раҫлай. Ул беҙгә өлгө булып тора.

2015 йылдың аҙағына тиклем Рәил Кузеевтың ғилми хеҙмәттәре йыйынтығының йәнә ике томын баҫтырыу күҙаллана. Баҫманы сығарыу 2016 йылда тамамланасаҡ. Йыйынтыҡтың электрон варианты ла буласаҡ.

Рәил Кузеев тиҫтәләрсә монография, фәнни, фәнни-популяр мәҡәләләр, аналитик белешмәләр — рус, башҡорт, татар, инглиз, венгер, төрөк, фин һәм башҡа телдәрҙә донъя күргән 400-ҙән ашыу ғилми эш авторы. Йыйынтыҡҡа 80 эш һайлап алынған, улар хронология тәртибендә ете томға индерелгән. Ғалимдың беренсе томға ингән тәүге эштәре башҡорт халҡының этнографияһына арналған.

темалар: фән, бр башлығы