11 декабрь, Йәкшәмбе

30 сентябрь 2015 йыл, 16:13

Башҡортостанда машиналарына ауыр йөк тейәмәгән водителдәрҙе бүләкләйҙәр

фото: Учалы районы хакимиәте

ӨФӨ, 2015 йыл, 30 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Башҡортостан «Юлға — ауыр йөкһөҙ!» бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылды. Сара 28 сентябрҙән 4 октябргә тиклем дауам итә.

Кисә Учалы районында дөйөм файҙаланыуҙағы автомобилдәр юлдарын һаҡлауҙы тәьмин итеү һәм ауыр йөк тейәгән машиналарҙың хәрәкәтен контролдә тотоу буйынса сарала акцияны үткәреүгә йәлеп ителгән структуралар ҡатнашты. Тикшереүҙә республика Ауырлыҡ контроле буйынса хеҙмәттең мониторинг бүлеге етәксеһе Олег Лыгин, Башҡортостандың Юл хужалығы идаралығы белгесе Виктор Миронов, Учалы ҡалаһы һәм Учалы районы буйынса ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре, журналистар ҡатнашты. Ауыр йөк тейәгән транспортты Учалы ауылы эргәһендә үлсәү ярҙамында тикшерҙеләр. Бер сәғәт эсендә генә алты йөк машинаһы туҡтатылды, шуларҙың берәүһе рөхсәт ителгән күләмдән артығыраҡ йөк тейәгән. Транспорт сараһы махсус туҡталҡаға ебәрелде һәм тейешле протокол төҙөлдө.

Был көндө акцияны ойоштороусылар водителдәр менән ҡануниәт талаптарын үтәү кәрәклеге һәм уларҙы боҙған өсөн яуаплылыҡ саралары хаҡында әңгәмәләште. Йөктәре тейешле күләмдән артмаған водителдәргә машиналарына йәбештереү өсөн «Юлға — ауыр йөкһөҙ!» тип яҙылған ҡағыҙ бирелде, тип хәбәр иттеләр Учалы районы хакимиәтендә.

Белгестәр билдәләүенсә, ауыр йөк тейәгән ҙур машиналар юл япмаһын юҡҡа сығара. Йөк ташыу ҡағиҙәләрен боҙған өсөн административ яза ҡаралған. Мәҫәлән, водителгә 1 меңдән 10 мең һумға тиклем штраф һалыныуы йәки ике айҙан алты айға тиклем идара итеү таныҡлығы тартып алыныуы ихтимал. Вазифалы кешеләргә — 10-дан 50 мең һумға, юридик шәхестәргә 100-ҙән 500 меңгә тиклем штраф һалынырға мөмкин.

темалар: юл хужалығы