10 декабрь, Шәмбе

30 сентябрь 2015 йыл, 14:39

Йәш йырсы Сулпан Кейекбирҙина ҡапыл вафат булды

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 30 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 2015 йылдың 29 сентябрендә 39 йәшендә Башҡорт дәүләт филармонияһы артисткаһы Сулпан Кейекбирҙина ҡапыл вафат булды.

Сулпан Кейекбирҙина — йырсы, республика конкурстары лауреаты. Өфө сәнғәт училищеһында, Өфө дәүләт сәнғәт академияһында Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Флүрә Килдейәрова класында белем алған.

Академияны тамамлағас, «Йәдкәр» фольклор-эстрада төркөмөндә эшләй башлай. Башҡорт халҡының оҙон көйҙәрен һәм шаян йырҙарын, башҡорт композиторҙарының романстарын һәм арияларын башҡарған Сулпан үҙенсәлекле коллективтың репертуарына яңы һулыш бирә, ижади багажын һирәк яңғыраған фольклор өлгөләре менән байыта. Республика сәнғәт оҫталары менән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы сараларында ҡатнаша. 2015 йылдан йырсы «Сармат» эстрада төркөмөндә ижад юлын дауам итә, республика буйлап концерт менән сәфәргә сыға. Коллектив менән Пермь ҡалаһында һәм Әбйәлил районында ойошторолған һабантуйҙарҙа ҡатнаша.

«Сулпан Кейекбирҙина йөҙөндә мәҙәни йәмәғәтселек илебеҙҙең музыкаль киңлегендә башҡорт сәнғәтенең абруйын арттырыуға булышлыҡ иткән йырсыны юғалтты», — тип хәбәр иттеләр филармонияла. Йырсының өс балаһы ҡалды.

Мәрхүмә менән хушлашыу көнө һәм ваҡыты аныҡлана.

темалар: юғалтыуҙар