9 декабрь, Йома

30 сентябрь 2015 йыл, 13:59

Өфөлә ололар өсөн вакансиялар йәрминкәһе уҙғарыла

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 30 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. 1 октябрҙә Өфө ҡалаһының Халыҡ мәшғүллеге үҙәгендә Халыҡ-ара ололар көнө уңайынан пенсия алды һәм пенсия йәшендәге граждандар өсөн вакансиялар йәрминкәһе ойошторола.

Унда энергетик, хужалыҡ мөдире, шәфҡәт туташы, контролер, менеджер, вахтер, урам һепереүсе, һаҡсы, сеймал ҡабул итеүсе, иғлан йәбештереүсе, ҡарауылсы, йыйыштырыусы вакансиялары тәҡдим ителә.

Өфөләрҙе иртәнге сәғәт 10-дан 12-гә тиклем Ибраһимов бульвары, 47/1 адресы буйынса көтәләр. Өҫтәмә мәғлүмәтте (347) 251-51-55 телефоны буйынса алырға мөмин.

Вакансиялар йәрминкәһендә ҡатнашырға теләгән эш биреүселәргә (347) 251-51-75, 251-51-83 телефондары буйынса мөрәжәғәт итергә кәрәк.

Башҡортостандың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығында хәбәр итеүҙәренсә, эш биреүселәргә һәм эҙләүселәргә барлыҡ хеҙмәттәр ҙә бушлай күрһәтелә.