10 декабрь, Шәмбе

30 сентябрь 2015 йыл, 12:54

Республикала китап күргәҙмә-йәрминкәһе ойошторола

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 30 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Октябрҙә Башҡортостанда Әҙәбиәт йылына бағышланған автоуҙыш башлана. 1 октябрҙән 5-нә тиклем Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте республиканың көньяҡ-көнсығыш райондарында китап күргәҙмә-йәрминкәһен ойоштора. Сара Бөрйән, Ейәнсура, Хәйбулла, Баймаҡ һәм Әбйәлил райондарында уҙғарыла.

Күргәҙмәлә Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 70 йыллығына арналған китаптар, танылған яҙыусылар һәм шағирҙарҙың йыйынтыҡтары, иллюстрацияланған фотоальбомдар, бәләкәстәр өсөн сағыу китаптар, Ҡөрьән, 2016 йылға мосолман, йыртма, мәктәп календарҙары, ғилми-методик баҫмалар һәм башҡа әҙәбиәт тәҡдим ителә. Рим Әхмәтов, Тамара Ғәниева, Дамир Шәрәфетдинов, Марсель Сәлимов әҙәбиәт һөйөүселәрҙе яңы китаптары менән ҡыуандырасаҡ.

«Төп бурысыбыҙ — китаптарҙы республиканың иң алыҫ мөйөштәренә тиклем алып барып еткереү. Нәшриәт хеҙмәткәрҙәре милли әҙәбиәтте пропагандалау һәм китап уҡыуға иғтибарҙы йәлеп итеү маҡсатында яҙыусылар менән осрашыуҙар, ошо авторҙарҙың китаптарынан күргәҙмәләр ойоштора», — тип билдәләнеләр нәшриәттә.

темалар: китап сығарыу