Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.49 ↓

EUR 63.17 ↑

23 май, Шишәмбе

Уфа   °

Баш ҡала халҡын экологик акцияға саҡыралар

Иҡтисад

ӨФӨ, 2015 йыл, 30 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/.

Йома, 2 октябрҙә, Башҡортостандың Урмансылар паркында «Йәшә, урман!» һәм «Таҙа урман» экологик акциялары уҙғарыла. Өмә мәҙәни-күңел асыу программаһы менән тамамланасаҡ.

Сара республиканың Урман хужалығы министрлығы һәм ҡала хакимиәтенең Йәштәр сәйәсәте комитеты, Йәштәрҙең мәшғүллегенә булышлыҡ итеү үҙәге ярҙамы менән «Мехуборка» компанияһы тарафынан ойошторола.

Парк биләмәһен таҙартыуҙан тыш, ылыҫлы ағастар ултыртыу ҡаралған. Акцияла теләге булған һәр кеше, шулай уҡ ойошмалар ҡатнаша ала. Барыһына ла бирсәткә, сүп-сар йыйыу өсөн тоҡсай бирелә, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Урман хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.

Сара иртәнге сәғәт 10-да башлана. Адресы: Урман тыҡрығы,1.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть