5 декабрь, Дүшәмбе

30 сентябрь 2015 йыл, 11:36

Өфөнөң математика уҡытыусыһы Рәсәйҙең иң яҡшы 15 уҡытыусыһы исемлегенә инде

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2015 йыл, 30 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Өфөләге 58-се лицейҙың математика уҡытыусыһы Рима Ронжина «Рәсәйҙең йыл уҡытыусыһы-2015» конкурсында илдең иң яҡшы уҡытыусыларының береһе тип танылды.

Бәйге Ҡазанда бара. Конкурс саралары йомғаҡтары буйынса иң яҡшы 15 уҡытыусы билдәләнде, улар икенсе турға үтә. Араларында Өфө уҡытыусыһы ла бар.

30 сентябрҙә улар оҫталыҡ дәрестәре үткәрә, 1 октябрҙә иһә педагогик советта ҡатнаша һәм мәғариф проектын тәҡдим итә. 2 октябрҙә илдең иң яҡшы биш уҡытыусыһы билдәле буласаҡ, улар Рәсәйҙең мәғариф һәм фән министры Дмитрий Ливанов ҡатнашлығындағы түңәрәк өҫтәлдә ҡатнаша. Дискуссия Мәскәүҙә үтәсәк. Абсолют еңеүсенең исеме 5 октябрҙә Дәүләт Кремль һарайындағы тантанала иғлан ителәсәк.

Быйыл «Рәсәйҙең йыл уҡытыусыһы-2015» конкурсында барлығы 77 педагог көсөн һынай.