4 декабрь, Йәкшәмбе

30 сентябрь 2015 йыл, 10:44

Рөстәм Хәмитов Рәсәйҙең Хәүефһеҙлек советы секретары менән Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиленең берлектәге кәңәшмәһендә ҡатнашты

фото: Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте

ӨФӨ, 2015 йыл, 30 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. 29 сентябрҙә Ульяновскиҙа Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәйҙең Хәүефһеҙлек советы секретары Николай Патрушев менән Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабичтың берлектәге күсмә кәңәшмәһендә ҡатнашты. Был хаҡта республика Башлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Кәңәшмәлә һыу менән файҙаланыу өлкәһендәге хоҡуҡ боҙоуҙарға ҡаршы көрәш һәм һыу ресурстарын файҙаланыуҙың һөҙөмтәлелеген күтәреү буйынса саралар тикшерелде. Шулай уҡ оборона-сәнәғәт комплексы предприятиеларын һәм ойошмаларын кадрҙар менән тәьмин итеү мәсьәләләре ҡаралды.

Михаил Бабич һыу ресурстарының Волга буйы федераль округы өсөн әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ булыуын билдәләне. Ул тағы ла бер мөһим проблемаға – тәбиғәт-климат шарттары тәьҫирендә барлыҡҡа килгән аҙ һыулылыҡҡа туҡталды. Белгестәр баһалауынса, ул 2029 йылға тиклем дауам итәсәк. Округ йылғаларындағы һыуҙың кимәле кәмей, был экологик һәм иҡтисади проблемалар тыуҙыра. Атап әйткәндә, һыу транспортында йөк ташыу күләме кәмей, уларҙың үҙҡиммәте арта. Йылға буйлап йөк ташыуҙан мәжбүри баш тартыу йылына миллиондарса һум менән иҫәпләнгән финанс юғалтыуҙарға килтерә. Бер үк ваҡытта автомобиль юлдарында көсөргәнеш арта, һөҙөмтәлә уларҙы ремонтлау өсөн сығымдар күбәйә. Һуңғы биш йылда ошо маҡсатҡа өҫтәмә сығымдар 3 миллиард һум тәшкил иткән.

Михаил Бабич һүҙҙәренсә, Нижегородка өлкәһенең Большое Казино ҡасабаһы янында түбән баҫымлы гидроҡоролма төҙөү – проблеманы хәл итеү юлдарының береһе. 41,5 миллиард һумлыҡ проект ғәмәлгә ашырылыу кимәлендә.

Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле һыу менән файҙаланыу өлкәһендәге хоҡуҡ боҙоуҙарға һәм енәйәттәргә бәйле киҫкен проблемаларҙы ла билдәләне. Атап әйткәндә, ул законһыҙ рәүештә руда булмаған төҙөлөш материалдарын сығарыу темаһын күтәрҙе.

Рәсәйҙең Хәүефһеҙлек советы секретары Николай Патрушев илдең иҡтисадын һәм экологик хәүефһеҙлеген тотороҡло үҫтереү бурыстарын хәл итеү һыу ресурстарын һөҙөмтәле файҙаланыуға бәйле булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Өҫтәүенә бөгөнгө көндә аҙ һыулылыҡ, һыу ятҡылыҡтарының бысраныуы, тармаҡтағы криминаль хәлдәр менән бәйле мәсьәләләр бар.

Николай Патрушев шулай уҡ халыҡты сифатлы һыу менән тәьмин итеү, гидротехник ҡоролмаларҙың хәүефһеҙлеге, һыу менән файҙаланыу өлкәһендәге криминаль күренештәргә ҡаршы әүҙем көрәш алып барыу мәсьәләләрен хәл итеүгә иғтибарын йүнәлтте.