8 декабрь, Кесе йома

29 сентябрь 2015 йыл, 18:00

Баш ҡала райондарының береһендә ике меңдән ашыу законһыҙ төҙөлгән гараж асыҡланған

фото: Өфө хакимиәте сайты

ӨФӨ, 2015 йыл, 29 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Өфөнөң Октябрь районындағы 4600 гараждың 2600-ҙө һүтелергә тейеш. Баш ҡала хакимиәтендә ошондай ҡоролмаларҙы асыҡлау буйынса аналитик эш ойошторолған.

«Милек тураһында документтары булған гараж хужалары менән шәхси эш алып барыла. Милексенең шәхесе асыҡлана, теркәү мәғлүмәттәре тикшерелә. Ҡалала мәктәптәр янында 700-ҙән меңгә тиклем законһыҙ төҙөлгән ҡоролмалар, гараждар урынлашҡан. Өҫтәүенә уларҙың күбеһе йылдар буйы файҙаланылмай, йә булмаһа ҡуртымға бирелә», — тип һөйләне «Башинформ» агентлығына Өфө хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте етәксеһе Рената Байғужина.

Уҙған аҙналағы фажиғәле хәлгә бәйле ҡала хакимиәте башлығы тейешле хеҙмәттәргә Йәмәғәт хәүефһеҙлеге үҙәген һәм хоҡуҡ һаҡлау органдарын йәлеп итеп, мәктәптәр эргәһендә законһыҙ һалынған гараждарҙы һүтеүҙе әүҙемләштерергә ҡушты.