Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.08 ↓

EUR 67.29 ↑

17 октябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Евразия ҡатын-ҡыҙҙар форумында ҡатнашыусылар Өфө менән тура бәйләнешкә сыҡты

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 29 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.

Санкт-Петербургта Евразия ҡатын-ҡыҙҙар форумы уҙҙы, унда 80 илдән 750-нән ашыу ҡатнашыусы йыйылды. Форумда тыныслыҡ һәм изгелек, ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлау, терроризмға һәм наркоманияға ҡаршы көрәш мәсьәләләре тикшерелде.

Форумдың пленар өлөшөндә Өфө менән тура бәйләнеш ойошторолдо, был ваҡытта баш ҡалала «Тыныслыҡҡа һәм үҫешкә табан» ҡатын-ҡыҙҙар хәрәкәте түңәрәк өҫтәл уҙғара ине. Ҡатын-ҡыҙҙар форумда ҡатнашыусыларға һуғышты һәм бәхәсте туҡтатыу өсөн көстө берләштереү тәҡдиме менән мөрәжәғәт итте.

Федерация Советы Рәйесе Валентина Матвиенко Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙарының киләһе Евразия ҡатын-ҡыҙҙар форумын Өфөлә үткәреү тәҡдимен ижади тип баһаланы.

Әлбиттә, балаларҙың әсәй, тыныслыҡ һәм изгелек тураһында шиғырҙары сарала ҡатнашыусыларҙың береһен дә битараф ҡалдырманы», — тип билдәләне Башҡортостандан сенатор Лилиә Ғүмәрова.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть