10 декабрь, Шәмбе

29 сентябрь 2015 йыл, 16:46

Республикала импортты алмаштырыу процесына берҙәм электрон ресурс һәм белемле кадрҙар етмәй

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 29 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Башҡортостанда импортты алмаштырыу процесына берҙәм электрон ресурс һәм белемле кадрҙар етмәй. 29 сентябрҙә республика Дәүләт Йыйылышында уҙған түңәрәк өҫтәлдә ошо һәм башҡа мәсьәләләр күтәрелде. Сара төбәктә импортты алмаштырыу процесын закондар сығарыу тәьминәте буйынса тәҡдимдәр индереүгә арналды. Фекер алышыу Сәнәғәт, инновациялы үҫеш һәм эшҡыуарлыҡ буйынса парламент комитеты башлығы Рәшит Хәйруллин рәйеслегендә уҙғарылды.

«Бөгөн Рәсәй иҡтисады ҡатмарлы осор кисерә. 19 августа Хөкүмәттең киңәйтелгән ултырышында республика Башлығы Рөстәм Хәмитов Башҡортостан иҡтисады үҫеше темптарының кәмеүен раҫлаусы һандар килтерҙе. Проблема һумдың девальвацияһы һәм Рәсәйгә ҡаршы санкцияларҙа ғына түгел, шулай уҡ илебеҙ хужалығының сит ил тәьмин итеүселәренә бәйле булыуында ла, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды парламентарий. — Импортты алмаштырыу процесы — беҙҙең предприятиеларҙы һәм технологияларҙы үҫтереү өсөн үҙенсәлекле мөмкинлек».

Импортты алмаштырыу процесы бер юлы ауыл хужалығы, сәнәғәт, фармацевтика, IT-индустрия һәм юл хужалығы тармаҡтарында ҡаралды. Түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашыусылар республикала импортты алмаштырыу өсөн норматив базаның булыуын билдәләне. Уның нигеҙендә хөкүмәт 2015-2017 йылдарҙа Башҡортостанда импортты алмаштырыуға ярҙам буйынса Саралар планы әҙерләгән һәм раҫлаған. Уны үҫтереү өсөн мәғлүмәт базаһы — берҙәм электрон ресурс йәки реестр, белемле кадрҙар, инновациялы алым кәрәк.

Сарала республика Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай комитеттары, министрлыҡ һәм ведомство, «Гидравлика» һәм «Газпром трансгаз Өфө» предприятиелары, Башҡортостан Фәндәр академияһы, Беларусь Республикаһының Рәсәйҙәге вәкиллеге вәкилдәре ҡатнашты.