8 декабрь, Кесе йома

29 сентябрь 2015 йыл, 15:37

Башҡортостан Фәндәр академияһы президенты вазифаһын башҡарыусы билдәләнде

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 29 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Башҡортостан Фәндәр академияһы президенты вазифаһын башҡарыусы тәғәйенләнде. Республика Башлығы Рөстәм Хәмитовтың бойороғона ярашлы, Әлфис Ғаязов Фәндәр академияһы президентын һайлағанға тиклем Фәндәр академияһы етәксеһе вазифаһын башҡарасаҡ.

Башҡортостан Башлығының икенсе бойороғо менән Рәмил Бәхтизин республика Фәндәр академияһы президенты вазифаһынан бушатылды.