3 декабрь, Шәмбе

29 сентябрь 2015 йыл, 15:19

Төбәктә республика Башлығының мәҙәниәт өлкәһендәге миллион һумлыҡ гранттарына ғаризалар ҡабул итеү тамамлана

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 29 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығында 2016 йылға республика Башлығының мәҙәниәт өлкәһендәге миллион һумлыҡ гранттарын алыуға ғаризалар ҡабул итеү тамамлана. Грантҡа театр, музыка, бейеү, һынлы сәнғәт һәм кинематография өлкәләрендә әүҙем эшмәкәрлек алып барған ижади коллективтар дәғүә итә ала. Ғаризалар һәм конкурс материалдары 1 октябргә тиклем ҡабул ителә.

2016 йылда гранттарҙың дөйөм суммаһы 90 миллион һум тәшкил итәсәк. Коллективтар 900 меңдән 13,5 миллион һумғаса аҡса алыу мөмкинлегенә эйә. Бөтәһе 16 грант тапшырыла.

Башҡортостан Башлығының мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендәге проекттарға миллион һумлыҡ гранттары 2013 йылдан бирелә. Өс йыл эсендә 50-гә яҡын проект грантҡа лайыҡ булған.