7 декабрь, Шаршамбы

29 сентябрь 2015 йыл, 14:14

Азамат Юлдашбаев «Башҡортостан» гәзитенең директоры итеп тәғәйенләнде

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 29 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. «Башҡортостан» ижтимағи-сәйәси гәзите коллективын яңы директор — шағир һәм әҙәби тәнҡитсе Азамат Юлдашбаев менән таныштырҙылар.

Азамат Рәмил улы Юлдашбаев 1964 йылдың 10 октябрендә Ейәнсура районының Саҙалы ауылында тыуған. Стәрлетамаҡ педагогия институтының филология факультетын тамамлаған. Ейәнсура районында уҡытыусы, гимназия директоры булып эшләгән. 1996 йылда «Йыл уҡытыусыһы» республика конкурсында еңеү яулай.

Өфөгә күскәс, «Йәшлек» гәзитендә хәбәрсе булып эшләй, «Сатҡы» хикәйәләр конкурсында еңеп сыға. Шиғырҙары республика матбуғатында баҫыла башлай, 2003 йылда ул Бәләбәйҙә уҙғарылған «Илһам шишмәләре» шиғриәт фестивалендә «Йыл шағиры» тип таныла. Хикәйәләр авторы булараҡ, Василий Шукшин исемендәге Бөтә Рәсәй әҙәби конкурсы лауреаты. 2008 йылда «Шоңҡар» журналының баш мөхәррире булып эшләй башлай. Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе урынбаҫары була, 2011 йылда уның рәйесе итеп һайлана.

«Башҡортостан» республика гәзитенә тәғәйенләнгәнсе — «Ватандаш» журналының баш мөхәррире.