Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 60.00 ↑

EUR 66.79 ↓

22 июнь, Кесе йома

Уфа   °

Башҡорт драма театрының яңы ижад миҙгелендәге тәүге премьераһы йотлоҡҡа арналған

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 29 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт драма театрында Мәскәү драматургы һәм сценарист Олжас Жанайдаровтың әҫәре буйынса «Йот» драмаһының репетициялары бара. Театрҙа ойошторолған матбуғат конференцияһында хәбәр итеүҙәренсә, спектаклдең премьераһы 16-17 октябргә тәғәйенләнгән.

Пьесала уҙған быуаттың 30-сы йылдарындағы ҡот осҡос аслыҡ һүрәтләнә. Ваҡиғалар Ҡаҙағстанда бара. Спектакль өҫтөндә билдәле режиссер Айрат Абушахманов эшләй.

«Беҙ халыҡҡа аслыҡты күрһәтеүҙе маҡсат итеп ҡуймайбыҙ, ә кешеләрҙең ауырлыҡтарҙы нисек үткәреүе хаҡында һөйләргә теләйбеҙ. Меңдәрсә түгел, миллиондарса кеше йотлоҡ ҡорбаны була. Автор 30-сы йылдарҙағы һәм бөгөнгө ваҡиғаларҙы сағыштырып һүрәтләй», — тине театрҙың директоры Олег Ханов.

Ҙур сәхнәлә барасаҡ спектаклдә биш кенә актер ҡатнаша. Төп ролдә — йәш актер Фәнис Рәхмәтов.

«Йот» пьесаһы менән поезда, Аҡтауға барғанда таныштым. Мин шаңҡып ҡалдым! — тип һөйләне Фәнис Рәхмәтов. — Был яңы документаль драма, автор булған фажиғәне һүрәтләй. Һуңынан интернетта ошо тема буйынса мәғлүмәттәр менән таныштым, фотоһүрәттәрҙе ҡараным, башҡорт яҙыусыһы Рәлис Ураҙғоловтың «Аслыҡ» романын уҡып сыҡтым. Роль өсөн сәсемде киҫтерергә тура килде».

«Йот» драмаһының премьераһы М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының 96-сы ижад миҙгелендә тәүге премьера буласаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть