4 декабрь, Йәкшәмбе

29 сентябрь 2015 йыл, 9:54

Республиканың һуғыш сәнғәте оҫталары Анапанан Үҫмерҙәр уйындарынан бик күп миҙалдар менән ҡайтты

фото: Андрей Старостин | видео: Мирон Доровских

ӨФӨ, 2015 йыл, 29 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дмитрий Слезин/. Анапала Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 70 йыллығына арналған VIII Асыҡ бөтә Рәсәй үҫмерҙәр һуғыш сәнғәте уйындары үтте.

«Башинформ» агентлығында ошо ваҡиға уңайынан матбуғат конференцияһы булды.

Рәсәй Һуғыш сәнғәте союзының республика филиалы вице-президенты Александр Соснин һәм Башҡортостандың баш кардиохирургы Владимир Плечев журналистар менән осрашты. Улар ярышҡа йомғаҡ яһаны.

Уйындарҙа спортсылар, судьялар, тренерҙар һәм делегация вәкилдәре менән бергә 4000 меңдән ашыу кеше ҡатнашты. Ярыштарҙа 71 төбәк, шул иҫәптән Камчатка һәм Хабаровск крайҙары, Сахалин өлкәһе, Яҡут һәм Тыва республикалары вәкилдәре сығыш яһаны. Шулай уҡ Ҡырым Республикаһынан һәм Севастополдән спортсылар килгәйне.

«Былтырғы кеүек үк уйындарҙа ҡатнашыусылар һынау режимында ГТО физкультура-спорт комплексы нормативтарын тапшырҙы, — тип һөйләне Александр Соснин. — Был башланғысҡа Олимпия комитеты һәм Рәсәйҙең Спорт министрлығы ярҙам күрһәтте. Бөтәһе 3,5 меңдән ашыу кеше ГТО нормативтарын тапшырҙы».

Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында һәләк булған спортсылар хөрмәтенә һәйкәл асыу тантанаһы һәм Рәсәй олимпия чемпиондарының хәрби дан ҡалалары буйлап Ҡырым Республикаһына автоуҙышы башланыуы Үҫмерҙәр уйындары барышында мөһим ваҡиғаларҙың береһе булды.

Шуны билдәләп үтергә кәрәк: Рәсәй Спорт министрлығының талабы буйынса, уйындарҙа аккредитацияланған спорт төрҙәре генә ҡатнаша ала.

«Дөйөм команда иҫәбе буйынса беҙ 11-се урын яуланыҡ. Бөтәһе 49 миҙал, шуларҙың 13-ө — «алтын», 12-һе — «көмөш» һәм 24-е — «бронза». Айырыуса тай боксы һәм бөтә стилдәге каратэ федерациялары вәкилдәре айырылып торҙо. Киокусинкай, сито-рю һәм ушу вәкилдәре шәхси зачетта миҙалдар менән билдәләнде».

Йәш сағында көрәш менән шөғөлләнгән Владимир Плечев йәштәрҙе секцияларға яҙылырға, остаздарҙы иһә уларҙы спортҡа  әүҙемерәк йәлеп итергә саҡырҙы. Кардиохирург булараҡ, ул көрәштең һаулыҡты нығытыу өсөн иң яҡшы сара булыуын билдәләне.

темалар: һуғыш сәнғәте