4 декабрь, Йәкшәмбе

28 сентябрь 2015 йыл, 18:09

Башҡортостан «Китап» нәшриәте Халыҡ-ара китап күргәҙмә-йәрминкәһенең өс дипломына лайыҡ булды

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 28 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте «Китап — хеҙмәттәшлек һәм үҫеш юлы» X Халыҡ-ара китап күргәҙмә-йәрминкәһендә ҡатнашҡаны өсөн өс дипломға лайыҡ булды. Күргәҙмә Төркмәнстандың баш ҡалаһы Ашхабадта уҙғарылды. «Китап» нәшриәте «Балалар китабы» номинацияһында «Донъя әкиәттәре» китабы һәм «Нәфис баҫма» номинацияһында «Гөлли Мөбәрәкова. Тормошо һәм ижады» фотоальбомы өсөн ике диплом менән бүләкләнде. Шулай уҡ нәшриәткә әүҙем һәм даими ҡатнашҡаны өсөн диплом тапшырылды.

«Төркмәнстанда уҙғарылған Халыҡ-ара күргәҙмәлә ҡатнашыу «Китап» нәшриәте өсөн үҙеңде лайыҡлы күрһәтеү һәм төрлө илдәрҙең нәшерселәре менән тәжрибә уртаҡлашыу мөмкинлеге ул. «Гөлли Мөбәрәкова. Тормошо һәм ижады» фотоальбомы, «Башҡортостан операһы һәм балеты» баҫмаһы, Мостай Кәримдең «Беҙҙең өйҙөң йәме» һәм «Донъя әкиәттәре» китаптары айырыуса ҙур һорау менән файҙаланды. 2016 йылға Мосолман календары тиҙ арала һатылып бөттө», — тип һөйләнеләр нәшриәттең матбуғат хеҙмәтендә.

Килтерелгән барлыҡ китаптар ҙа Төркмәнстан китапханаларына бүләк ителде. Халыҡ-ара китап күргәҙмә-йәрминкәһе сиктәрендә «Китап» нәшриәтенең презентацияһы уҙҙы.

Ашхабад форумында Рәсәйҙең милли стендын ойоштороусы — Рәсәй Китап сығарыусылар ассоциацияһы.