11 декабрь, Йәкшәмбе

28 сентябрь 2015 йыл, 17:33

Республикала математиканы тапшырған ваҡытта бер уҡыусы имтихандан ҡыуып сығарылды

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 28 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Башҡортостанда математиканы тапшырған ваҡытта бер уҡыусы имтихандан ҡыуып сығарылды. Ҡағиҙә боҙоусы телефондан файҙаланырға маташҡан.

Башҡортостандың Мәғариф министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, шәмбе, 26 сентябрҙә, 752 кешенең 634-те математика буйынса Берҙәм дәүләт имтиханында ҡатнашты. Имтихан барышында 13 йәмәғәт күҙәтеүсеһе һәм бер федераль инспектор эшләне.

Был көндә республикала дүрт имтихан тапшырыу пункты ойошторолдо. Икәүһе — Өфөлә, Салауатта һәм Әбйәлил районының Асҡар ауылында — берәр. Башҡортостан Мәғариф министрлығының дәүләт йомғаҡлау аттестацияһы һәм белем сифатын баһалау бүлеге етәксеһе Жанна Миникәева әйтеүенсә, видеокүҙәтеү системаһы штат режимында эшләне. Имтихан һөҙөмтәләре 4 октябрҙән һуң билдәле буласаҡ.

Шишәмбе, 29 сентябрҙә, рус теле буйынса Берҙәм дәүләт имтиханы уҙғарыла. Унда 80 кеше ҡатнашыр тип күҙаллана.

Быйыл көҙ Берҙәм дәүләт имтиханын мотлаҡ предметтарҙан «икеле» билдәһе алған һәм аттестатһыҙ ҡалған уҡыусылар, һөҙөмтәләрен яҡшыртыу өсөн рус телен һәм математиканы ҡабаттан тапшырырға теләгән былтырғы сығарылыш класс уҡыусылары бирә.