Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.07 ↓

EUR 60.84 ↓

25 апрель, Шишәмбе

Уфа   °

Истанбул һәм Анкара туроператорҙары вәкилдәре Башҡортостандың туристик ҡеүәте менән танышасаҡ

Иҡтисад

ӨФӨ, 2015 йыл, 28 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/.

29 сентябрҙән 3 октябргә тиклем Истанбул һәм Анкара туроператорҙары вәкилдәре Башҡортостандың туристик ҡеүәте менән танышасаҡ. Таныштырыу турын ойоштороусылар булып республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты, шулай уҡ ҡунаҡхана бизнесы вәкилдәре булышлығында «Төркиә авиалиниялары» авиакомпанияһының Өфөләге вәкиллеге һәм «Урал батыр» милли туроператоры сығыш яһай.

«Төркиә ҡунаҡтары Өфөнөң иҫтәлекле урындарын һәм Башҡортостан тәбиғәтенең матурлығын күрәсәк. Программала Баймаҡ, Әбйәлил, Белорет һәм Ғафури райондарына, шифаханаларға, «Шүлгәнташ» ҡурсаулығына барыу ҡаралған, — тип һөйләне «Башинформ» агентлығына республика Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитетының матбуғат секретары Лилиә Ғәбдрәхимова. — Бөгөн сит илдәрҙән туристарҙы йәлеп итеү республикабыҙ өсөн бик мөһим. Был хаҡта Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов та әйтте».

2 октябрҙә «Hilton Garden Inn Ufa Riverside» ҡунаҡханаһында таныштырыу турына йомғаҡ яһаласаҡ. Сара киске сәғәт 7-лә башлана.

Теги: туризм
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть