7 декабрь, Шаршамбы

28 сентябрь 2015 йыл, 16:16

Өфөлә тәүге тапҡыр студенттар өсөн «Актер йыры» конкурс-фестивале ойошторола

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 28 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 4-5 октябрҙә Өфө дәүләт сәнғәт академияһында беренсе тапҡыр «Актер йыры» фестивале ойошторола.

Сәнғәт академияһының уҡыу театры сәхнәһенә драма театры һәм кино артисы, ҡурсаҡ театры артисы, бейеү сәнғәте, театр сәнғәте белгеслектәре буйынса белем алыусы студенттар сыға. Бәйгенең номинациялары — эстрада вокалы, дуэт, ансамбль, актер йыры.

Жюри составына яңғыҙ йырлау кафедраһы уҡытыусылары, актерлыҡ факультеты деканы һәм театр актерҙары инә. Иң яҡшы сығыш яһаусыға Гран-при тапшырыла, «Актер йыры» конкурсы еңеүселәре лауреат дипломдары, аҡсалата премия һәм махсус бүләктәр аласаҡ.

Фестивалдең маҡсаты — театр сәнғәтен популярлаштырыу һәм уға ҡарата ҡыҙыҡһыныуҙы арттырыу, төбәктә актер һөнәренең статусын күтәреү.

«Актер йыры» вокал жанрында актерлыҡ оҫталығы нигеҙҙәрен уңышлы үҙләштереүсе һәләтле студенттарҙы асыҡлаясаҡ», — тип билдәләне фестивалде ойоштороусы, З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһының өлкән уҡытыусыһы Нилә Байегетова.

темалар: конкурстар