11 декабрь, Йәкшәмбе

28 сентябрь 2015 йыл, 15:25

Силәбе өлкәһендә Башҡорт киноһы көнө уҙғарылды

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 28 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Силәбе өлкәһенең Ҡоншаҡ ауылында «Рәсәй башҡорттары» программаһы сиктәрендә Башҡорт киноһы көнө уҙғарылды. Был юлы киностудия белгестәре өс анимация, ике уйын һәм бер документаль фильм тәҡдим итте.

«Башҡортостан» киностудияһының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, тамашасылар режиссер Рим Шәрәфетдиновтың «Алдар һәм һоро бүре», «Ай һәм Урал тауҙары нисек барлыҡҡа килгән», Айгөл Байрамғолованың «Урал менән Шүлгән мажаралары» анимация фильмдарын ҡыҙыҡһынып ҡараны. Руслан Юлтаевтың «Өс хат» драмаһы геройҙарының ҡайғы-шатлыҡтарын күңеленән үткәрҙе. Кинотаҫма Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы башҡорт ауылы тормошон сағылдыра.

Айнур Асҡаровтың «Пилорама»һын тамашасылар көлөп, күҙ йәштәре аша ҡараны, Вилүрә Иҫәндәүләтованың «Мөрйәләрҙән төтөн сыға әле...» документаль фильмы киләсәкһеҙ тип юҡҡа сығарылған тыуған ауылында яңғыҙы йәшәгән ҡарт хаҡында бәйән итте.

«Фильмдар беҙгә бик оҡшаны, — тине Силәбе өлкәһе Ҡоншаҡ районы хакимиәтенең мәҙәниәт, спорт, йәштәр сәйәсәте һәм мәғлүмәт идаралығы етәксеһе Оксана Йосопова. — Залдар тулы ине, төрлө йәштәге, шул иҫәптән уҡыусылар һәм Ветерандар советы вәкилдәре килде. Фильмдарҙың тематикаһы һәм актерҙарҙың уйнауы оҡшаны. Тамашасылар Башҡорт киноһы көнөн ойоштороусыларға рәхмәт белдерә һәм беҙгә йышыраҡ килеүҙәрен һорай. Мин дә уларҙың теләктәренә ҡушылам».

«Башҡортостан» киностудияһы «Рәсәй башҡорттары» программаһы сиктәрендә төбәктәрҙә кино гастролдәрен 2012 йылдан бирле ойоштора. «Башҡортостан» киностудияһының фильмдары Мәскәүҙә, Силәбелә, Магнитогорскиҙа, Ҡурғанда, Төмәндә, Екатеринбургта, Ҡазанда, Пермдә һәм Ырымбур өлкәһендә ҙур уңыш менән барҙы.