4 декабрь, Йәкшәмбе

28 сентябрь 2015 йыл, 14:16

Республика райондарының береһендә ете гектар урман янды

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 28 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Кисә Ейәнсура районындағы Тирәкле ауылынан биш саҡрым алыҫлыҡта ете гектар урман янды.

Урман хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, быға уттың ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәрҙән күсеүе сәбәпсе. 28 сентябрҙә иртән янғын һүндерелгән, тип билдәләнеләр министрлыҡ ҡарамағындағы төбәк диспетчер хеҙмәтендә.  

Быйыл янғын йәһәтенән хәүефле миҙгел башланғандан алып республиканың урман фонды биләмәһендә 35 янғын теркәлгән, уларҙың дөйөм майҙаны 113,49 гектар тәшкил иткән.

Әгәр ҙә урманда янғын башланғанын күрһәгеҙ, 8-800-100-94-00 телефоны буйынса шылтыратыуығыҙ һорала.