3 декабрь, Шәмбе

28 сентябрь 2015 йыл, 12:50

ШОС илдәренең Ҡытайҙағы презентация майҙансығында Башҡортостандың иҡтисади ҡеүәте күрһәтелде

фото: ШОС офис-төркөмө

ӨФӨ, 2015 йыл, 28 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. ШОС илдәренең Ҡытайҙағы презентация майҙансығында Башҡортостандың иҡтисади ҡеүәте күрһәтелде. Алтынсы Евразия иҡтисади форумы сиктәрендә Шэньси провинцияһының Сиань ҡалаһында үткән ШОС илдәре тауарҙары күргәҙмәһе Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы ағзалары булған 15 илде, диалог буйынса партнерҙарҙы һәм күҙәтеүселәрҙе берләштерҙе. Сарала  Ебәк юлы фондын, Азия инфраструктура инвестициялары банкын булдырыуҙы иҫәпкә алып, сауҙа-иҡтисади үҙ-ара эш итеүҙең перспективалы йүнәлештәре тикшерелде. Күргәҙмәлә Рәсәй предприятиеларының яңы технологиялар өлкәһендәге ҡаҙаныштары күрһәтелде.

«Өфө-2015» ШОС БРИКС офис-төркөмөнөң матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостан экспозицияһын өс меңдән ашыу кеше ҡараған. Ҡытай Халыҡ Республикаһы дәүләт советы ағзаһы Вань Юн, Шэньси Ху Хэпин провинцияһының партия комитеты секретары урынбаҫары, Сиань ҡалаһы мэры Дун Цзюнь, ШОС-тың генераль секретары Дмитрий Мезенцев, ШОС илдәре делегациялары етәкселәре республика стендының абруйлы ҡунаҡтары булды.

Рәсәй Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы, Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы секретариаты тәҡдиме буйынса ШОС ағзалары илдәренең күп яҡлы сауҙа-иҡтисади хеҙмәттәшлеген үҫтереү мәсьәләләренә арналған Стратегик Рәсәй сессияһы уҙғарылды. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Дмитрий Шаронов республиканың иҡтисади һәм инфраструктура ҡеүәте хаҡында сығыш яһаны. Төбәктең презентацияһына аңлатма биреп, ШОС-тың генераль секретары Дмитрий Мезенцев Башҡортостандың Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы илдәре төбәктәре менән үҙ-ара эш итеүҙә ыңғай тәжрибәһен билдәләне.

«Өфө-2015» ШОС БРИКС офис-төркөмөнөң матбуғат хеҙмәтендә аңлатыуҙарынса, Башҡортостан делегацияһы финанстар һәм инвестициялар, технологиялар һәм производство, транспорт-логистик инфраструктура, энергетика, медицина һәм фармацевтика йүнәлештәре буйынса сессия эшендә ҡатнашты.