7 декабрь, Шаршамбы

28 сентябрь 2015 йыл, 10:45

Өфөлә үткән Фән фестивалендә йәш ғалимдар фәнни алышта көсөн һынаны

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 28 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Кристина Качалкина/. Өфөлә йәш ғалимдар фәнни алышта көсөн һынаны. Баш ҡалала Фән фестивале Science Slam тигән сара менән тамамланды. Был көндә «Өфө уттары» күңел асыу үҙәге ғилми алыштар өсөн майҙансыҡҡа әүерелде. Ете йәш ғалим фән менән шөғөлләнеүҙең күңелле булыуын раҫлар өсөн үҙ-ара көс һынашты. Сарала ҡатнашыусылар эштәрен башҡаларға аңлайышлы, ҡыҙыҡлы итеп һөйләргә тейеш ине, сөнки еңеүсе ҡунаҡтарҙың алҡыштары буйынса билдәләнде.

Һәр ғалим үҙе тикшергән тема хаҡында һөйләне. Баҡһаң, Башҡортостан ғалимдары йәмғиәттәге социаль-сәйәси реформаларҙан алып орхидеяларҙы клонлауға тиклем бик күп төрлө проекттар өҫтөндә эшләй икән.

Мәҫәлән, Башҡорт дәүләт университетының Хоҡуҡ институты студенты һәм штаттан тыш уҡытыусы Максим Вдовин замана йәштәренең ни өсөн сәйәсәттән алыҫ тороуын аңлатты һәм ДОСААФ ойошмаһын кире ҡайтарып, быны төҙәтергә тәҡдим итте.

Сығыш яһаусылар араһында берҙән-бер ҡыҙ, Фәндәр академияһы хеҙмәткәре һәм Башҡорт дәүләт университетының экология һәм ботаника кафедраһы аспиранты Елена Михайлова ГМО-ның бик үк зыянлы булмауы тураһында һөйләне һәм теләүселәрҙе трансгенлы салат менән һыйланы.

Ғалимдарҙан тыш, тамашасылар Өфөләге тәүге Science Slam сараһында ҡатнашыусыларҙың береһе Григорий Овчинниковтың сокатализаторҙар хаҡында сығышын тыңланы.

Фәнде stand-up форматында тәҡдим итеү уны халыҡ араһында ғына түгел, тәү сиратта буласаҡ абитуриенттар араһында популярлаштырыуҙың иң яҡшы ысулы булыуы ихтимал, тип иҫәпләй Фән фестивален ойоштороусылар.

темалар: фән фестивале