10 декабрь, Шәмбе

28 сентябрь 2015 йыл, 9:27

Рөстәм Хәмитов: «Сергей Тимофеевич Аксаковтың исеме меңдәрсә кешене берләштерә»

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 28 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. 25 сентябрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов XXV Халыҡ-ара Аксаков байрамы сиктәрендә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында уҙғарылған тантаналы кисәлә сығыш яһаны.

– Бөгөн республика халҡы һәм уның ҡунаҡтары 25-се тапҡыр Аксаков байрамына йыйылды. 25 йыл – етди дата, –  тине Рөстәм Хәмитов. – Илебеҙҙә һәм республикабыҙҙа был байрам яҡшы кимәлдә үткәрелә. Унда республикала йәшәүсе халыҡтарҙың вәкилдәре ихлас ҡатнаша. Әҙәбиәт йылында байрамды тағы ла сағыуыраҡ, йөкмәткелерәк, ҡыҙыҡлыраҡ итеп ойошторорға тырыштыҡ.

Төбәк Башлығы Аксаков көндәренә бағышланған, Салауат Юлаев исемендәге паркта үткән «Яратҡан китаптарыбыҙҙың йәнле биттәре» әҙәби-музыкаль байрамы кеүек сараларҙың Өфө һәм республика халҡына кәрәклеген билдәләне.

– Аксаковтың исеме республикабыҙ өсөн ҙур әһәмиәткә эйә. Сергей Тимофеевичтың ижады тыуған төйәгебеҙгә бәйле булыуы менән ғорурланабыҙ, – тине Рөстәм Хәмитов. – Сергей Аксаковтың исеме меңдәрсә кешене – бөтә мәҙәниәт вәкилдәрен, әхлаҡлылыҡты, ғаилә тәрбиәһе традицияларын, евразиялылыҡты тергеҙергә ынтылыусыларҙың һәммәһен дә берләштерә. Изге йәмәғәт эштәре, хәйриәлек эшмәкәрлеге йәһәтенән Аксаковтар ғаиләһенән өлгө алырға мөмкин.

Аксаковтың ижадын популярлаштырыу маҡсатында республика Башлығы «Китап» нәшриәтенә Сергей Аксаковтың иң яҡшы әҫәрҙәре йыйынтығын баҫтырып сығарырға, Башҡортостандың Мәғариф министрлығына «Багров-ейәндең бала сағы» исемле повесын кластан тыш уҡыу өсөн китаптар исемлегенә индерергә ҡушты.

– Башҡортостанда яҙыусылыҡ оҫталығы юғары баһалана. Беҙҙә милли поэзия һәм проза, драматургия, балалар әҙәбиәте, әҙәби тәнҡит ижади секциялары, әҙәби мираҫ буйынса комиссия әүҙем эшләй. Йыл һайын шағирҙарҙың һәм яҙыусыларҙың юбилейҙары, әҙәби кисәләр һәм күргәҙмәләр уҙғарыла. Тәжрибәле генә түгел, йәш авторҙарҙың әҫәрҙәре лә туған телдә донъя күрә. Әлбиттә, хәҙер иҡтисади яҡтан ауыр йылдарҙа китап баҫтырыу өсөн ресурстар табыуы еңел түгел. Әммә беҙ бер нәмәгә ҡарамаҫтан, ошо эште дауам итәсәкбеҙ. Яҙыусыларыбыҙға ярҙам күрһәтәсәкбеҙ, – тине Рөстәм Хәмитов.