4 декабрь, Йәкшәмбе

25 сентябрь 2015 йыл, 18:06

Башҡортостанда өс миллион тоннанан ашыу иген йыйылған

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2015 йыл, 25 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Башҡортостанда 3021 мең тонна иген йыйып алынған. Гектарынан уртаса уңыш 17,9 центнер тәшкил итә. Был былтырғыға ҡарағанда 433 мең тоннаға күберәк, тип хәбәр иттеләр республика Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.

Ауырғазы (116 мең тонна), Баймаҡ (106,5 мең), Дәүләкән (103,3 мең), Илеш (120 мең), Мәләүез (144 мең), Стәрлетамаҡ (171,8 мең) һәм Саҡмағош (134,6 мең) райондары игенселәре республика бураларына тос өлөш индерҙе — 100 мең тоннанан ашыу иген һалды. Был райондар — уңдырышлылыҡ күрһәткестәре буйынса иң яҡшылары, тип һөйләнеләр ведомствола.

Әле 1696 мең гектар (97 процент) майҙанда иген һәм ҡуҙаҡлы культуралар сабылған, 1685 мең гектарҙа (97 процент) — һуғылған.