10 декабрь, Шәмбе

25 сентябрь 2015 йыл, 17:26

Федераль һалым хеҙмәте иҫкәртә: 1 октябрь — мөлкәт һалымдарын түләүҙең һуңғы көнө

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 25 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Сергей Захаров/. Мөлкәт һалымдарын түләү тамамланыуға бер аҙна ваҡыт ҡалды. 2015 йылдың 1 октябре — ҡануниәт тарафынан билдәләнгән бурысты ваҡытында үтәүҙең һуңғы көнө.

Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, республикала физик шәхестәргә 2014 йылға мөлкәткә, ергә һәм транспортҡа һалым түләүгә белдереү ҡағыҙҙары ебәрелде. Белдереү ҡағыҙҙары килмәһә, һалым инспекцияһына мөрәжәғәт итергә кәрәк.

Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең «Физик шәхестәр өсөн һалым түләүсенең шәхси кабинеты» сервисында теркәлгән һалым түләүселәр белдереү ҡағыҙҙарын, квитанцияларҙы баҫтыра һәм интернет аша бюджет менән иҫәпләшә ала.

Һалымды теләһә ниндәй кредит учреждениеһында түләргә мөмкин. Граждандарға уңайлы булһын өсөн һалым түләү мөмкинлеге кредит учреждениеһындағы банкоматтарға һәм терминалдарға күсерелгән.