Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.28

EUR 69.64

11 декабрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Өфө ғаилә уңышһыҙлығын иҫкәртеү буйынса эштә лидер тип танылды

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 25 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/.

Өфө ғаилә уңышһыҙлығын иҫкәртеү һәм балаларға ярҙам итеү буйынса эштә лидер тип танылды. Башҡортостандың баш ҡалаһы «Муниципаль проект» номинацияһында диплом менән бүләкләнде. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына ҡала хакимиәтенең Опека һәм попечителлек идаралығында хәбәр иттеләр.

«Ставрополь» күргәҙмә үҙәге залдарында ойошторолған «Балалар хаҡына бергәләп» VI Бөтә Рәсәй күргәҙмә-форумында 62 төбәктән 560 делегат ҡатнашты. Ставрополгә Рәсәйҙең төрлө ҡалаларынан, округтарҙан, өлкәләрҙән, республикаларҙан социаль учреждение етәкселәре һәм белгестәре, власть органдары һәм йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре килгәйне.

Өфө делегацияһы составына идаралыҡ хеҙмәткәрҙәре, «Саторис», «Торнаҡай», «Ғаилә» һәм «Үҫеш» социаль-психологик үҙәк директорҙары һәм белгестәре инде.

Күргәҙмә-форумды Ставрополь крайы Хөкүмәте булышлығында Ауыр тормош хәлендә ҡалған балаларға ярҙам фонды ойошторған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть