6 декабрь, Шишәмбе

25 сентябрь 2015 йыл, 16:03

Баш ҡалала технополис төҙөләсәк

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 25 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. Өфөлә инновациялы технополис – бер биләмәлә фәнде һәм производствоны берләштереү маҡсатында студенттар һәм йәш ғалимдар өсөн перспективалы майҙансыҡ барлыҡҡа килеүе ихтимал. Был хаҡта бөгөн республика Башлығы Рөстәм Хәмитов Бөтә Рәсәй фән фестивален асыу тантанаһында хәбәр итте.

– Ҡайһы бер төбәктәрҙә сәнәғәт предприятиеһында фәнде һәм производствоны, мәғарифты һәм эште берләштерергә тырышып, майҙансыҡ төҙөйҙәр. Берҙән-бер юл – технополис булдырыу. Бары тик ҡала эсендә – «ҡалала ҡала». Унда йәшәргә, уҡырға, фән менән шөғөлләнергә, сәнәғәт предприятиелары менән эшләргә, уларҙың заказдарын үтәргә мөмкин булһын. Яҡын арала мин Өфөлә шундай технополис төҙөү тураһында ҡарар ҡабул итәсәкмен, – тип белдерҙе төбәк етәксеһе.

Уның һүҙҙәренсә, был майҙансыҡта йәштәрҙең фәнни ижады өсөн ҡулай шарттар булдырыласаҡ. Технополиста лабораториялар, тикшереү үҙәктәре, ғилми учреждениелар һәм уҡыу йорттары буласаҡ.

Республика Башлығы йәштәрҙе ошо башланғысҡа булышлыҡ итергә саҡырҙы.

– Һис шикһеҙ, был эште һеҙҙең менән генә башҡарып сығасаҡбыҙ. Миңә ярҙамсылар кәрәк. Миңә ҡыҙыҡлы, ижади эшләгән йәштәр кәрәк. Йәштәр, һеҙгә мөрәжәғәт итәм, әйҙәгеҙ ошо проектты бергәләп ғәмәлгә ашырайыҡ. Алдағы биш, ун, ун биш йылға ҡеүәтле, яҡшы идея булһын, Өфөлә ошо технополис барлыҡҡа килһен, иң мөһиме, ғилми продукция алыу өсөн тырышайыҡ, – тине Рөстәм Хәмитов.

темалар: фән, бр башлығы