4 декабрь, Йәкшәмбе

25 сентябрь 2015 йыл, 14:39

Мәскәүҙә «ПониМашка» балалар журналы башҡорт халыҡ әкиәттәрен баҫтырып сығарҙы

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 25 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. «Открытые системы» нәшриәте һәм «ПониМашка» аҙналыҡ балалар журналы «Рәсәй халыҡтары әкиәттәре» проектын башлап ебәрҙе. Ай һайын «ПониМашка» журналының бер һаны һәр төбәктең халыҡ эпосына арналасаҡ.

«Рәсәй халыҡтары әкиәттәре» проектының төп маҡсаттары — кескәйҙәрҙе халыҡ эпосы, халыҡ ижадының иң яҡшы өлгөләре менән таныштырыу, Рәсәй халыҡтарының ғөрөф-ғәҙәттәре хаҡында бәйән итеү, илебеҙгә ҡыҙыҡһыныуҙы арттырыу.

25 сентябрҙә «ПониМашка һәм ҡанатлы ат. Башҡорт халыҡ әкиәттәре» тематик һаны һатыуға сыҡты. Башҡортостандың Рәсәй Президенты ҡарамағындағы тулы хоҡуҡлы вәкиллегенең матбуғат хеҙмәте етәксеһе Гөлсәсәк Ханнанова һөйләүенсә, һан Башҡортостан Республикаһы көнөнә арналған. Уны әҙерләүҙә тулы хоҡуҡлы вәкиллек, Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, шулай уҡ «Аҡбуҙат» балалар журналы редакцияһы ярҙам күрһәткән.

Был һанда балалар мауыҡтырғыс башҡорт халыҡ әкиәттәрен уҡыясаҡ. Әкиәттәге Аҡбуҙат, геройҙарҙың һәм батырҙарҙың ярҙамсыһы төбәктең мәҙәниәте һәм йолалары менән таныштыра. Кескәйҙәр өсөн фекерләүҙе һәм иғтибарлылыҡты үҫтереүсе ҡыҙыҡлы эштәр, шулай уҡ хикәйәләр, йомаҡтар һәм мәҡәлдәр урын алған. Бынан тыш, балалар үҙ ҡулдары менән бал ҡорто яһай һәм башҡорт телендә бер нисә фразаны ятлап аласаҡ, тип билдәләнеләр «ПониМашка» журналы редакцияһында.