3 декабрь, Шәмбе

25 сентябрь 2015 йыл, 12:57

Өфөлә фән фестиваленә килеүселәр кешенән һәм еләк-емештән ДНК алырға өйрәнәсәк

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2015 йыл, 25 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/. 25 сентябрҙән 27-нә тиклем Өфөлә фәнде һәм күңел асыуҙы, теорияны һәм практиканы, сәнғәтте һәм тәжрибәне берләштергән Бөтә Рәсәй фән фестивале уҙғарыла.

Фестиваль Өфөнөң 15 майҙанында, шулай уҡ республика ҡалаларындағы һигеҙ майҙансыҡта үтә.

Сара Башҡортостан Фәндәр академияһында роботтар алышынан башлана, һуңынан ҡатнашыусыларҙы Халыҡ-ара йыһан станцияһынан сәләмләйәсәктәр. Фәндәр академияһы алдындағы майҙанда Coronado телескобы ярҙамында Ҡояштың хромосфераһы күрһәтеләсәк.

25, 26 һәм 27 сентябрҙә Фәндәр академияһында төрлө темаларға лекциялар ойошторола. Бөтә саралар ҙа киске сәғәт 7-гә тиклем дауам итә. «Башҡортостан» дәүләт концерт залында «Йыһанда Михаил Корниенко менән эксперимент» фильмы, космонавт И.П.Волк менән осрашыу, «Мейе лабораторияһы», «Эволюция хаҡында иҫке һәм яңы мифтар» лекциялары буласаҡ.

Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Ботаника баҡсаһында фестивалдә ҡатнашыусылар өсөн экскурсия ойошторола.

Өфө планетарийы «Йыһан сәйәхәте», «Балалар өсөн астрономия», «Ҡояш системаһының ете мөғжизәһе», «Астрономия ни өсөн кәрәк» программаларын тәҡдим итә.

Фән фестивале саралары Өфөнөң төп юғары уҡыу йорттарында ла үткәрелә.

Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Биохимия һәм генетика институтында ҡатнашыусылар реаль ваҡыт режимында кешенән һәм еләк-емештән ДНК алырға өйрәнәсәк, бәшмәктәр һәм үҫемлектәр күргәҙмәһе күрһәтеләсәк, иммунитет хаҡында һөйләнәсәк.

Фестиваль тураһында тулыраҡ мәғлүмәт уның рәсми сайтында бирелгән.

Быйыл Өфө Волга буйы федераль округында үҙәк төбәк майҙансыҡ итеп һайланған. Фестивалгә 30 мең самаһы кеше килер тип күҙаллана.

темалар: фән фестивале