6 декабрь, Шишәмбе

25 сентябрь 2015 йыл, 12:05

Башҡортостанда боронғо йола байрамы тергеҙелде

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 25 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Көҙгө ҡояш торошо көнөндә Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары ойошмаһы М.Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның башҡорт филологияһы факультеты менән берлектә Сөмбөлә байрамын уҙғарҙы. Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары ойошмаһы етәксеһе, билдәле фольклорсы Розалиә Солтангәрәева һөйләүенсә, элек-электән Сөмбөлә байрамында оло йәштәге ҡатын-ҡыҙҙарға ҙур хөрмәт күрһәтелгән, бүләктәр бирелгән. Йәштәр өлкәндәрҙән фатиха алған, үҙҙәре сығарған бәйеттәрен уҡыған. Һуңғараҡ байрам беренсе уңышҡа арнала башлаған.

Беҙҙең көндәрҙә Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары ойошмаһы ошо матур байрамды тергеҙергә булды. Тәүҙә абруйлы ҡунаҡтар — ағинәйҙәр Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенттары, уҡытыусылар менән осрашты. Ололар шиғырҙарын уҡыны, йырланы, бейене, нәсихәттәр бирҙе. Улар байрамға килеүселәрҙе үҙҙәре бешереп килтергән ҡамыр аштары менән һыйланы.

Сарала Башҡортостандың Ҡатын-ҡыҙҙар союзы рәйесе Рәшиҙә Солтанова, республиканың халыҡ артистары Нажиә Аллаярова, Ғәлиә Солтанова, шағирә Таңһылыу Ҡарамышева, ҡатын-ҡыҙҙар хәрәкәтенең әүҙем ағзалары Гөлнур Ҡолһарина, М.Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның башҡорт филологияһы факультеты деканы Луиза Сәмситова, билдәле фольклорсылар Әхмәт Сөләймәнов, Розалиә Солтангәрәева ҡатнашты.

Ағинәйҙәрҙең милли кейем кейеп, йола бейеүен башҡарыуы, шулай уҡ БДПУ-ның Сәсәндәр мәктәбе ағзаларының «Урал батыр» эпосынан өҙөктәр һөйләүе байрамдың биҙәге булды.