10 декабрь, Шәмбе

25 сентябрь 2015 йыл, 11:13

Баш ҡалала 11 йәшлек Виолетта Токарчукты үлтереүҙә ғәйепләнеүсе ҡулға алынды

фото: Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте

ӨФӨ, 2015 йыл, 25 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә 11 йәшлек Виолетта Токарчукты үлтереүҙә ғәйепләнеүсе ҡулға алынды. Был хаҡта Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә, шулай уҡ Рәсәйҙең Башҡортостан буйынса Тәфтиш комитетының рәсми сайтында ла мәғлүмәт бирелгән.

Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының белдереүендә билдәләнеүенсә, енәйәтте асыу өсөн күпселек полиция бүлексәләре йәлеп ителгән. Ваҡиға урынынан байтаҡ объекттар тикшереүгә алынған. Экспертиза һөҙөмтәһендә ғәйепләнеүсенең — Өфөлә йәшәүсе 36 йәшлек ирҙең шәхесе асыҡланған. Ул оперативниктар тарафынан «Үҙәк баҙар» туҡталышы янында ҡулға алынған. Ир Рәсәй Енәйәт кодексының 105-се статьяһы буйынса (баланы үлтереү) енәйәт ҡылыуҙа ғәйепләнә.

Рәсәй Тәфтиш комитетының үҙәк аппараты эксперттары һәм криминалистары, яңы технологиялар һәм заманса ҡорамалдар ҡулланып, алынған объекттарға анализ яһаған. Һөҙөмтәлә ғәйепләнеүсенең енәйәт ҡылыуға ҡатнашлығы булыуы билдәләнгән. Енәйәт эшен тикшереү дауам итә, хөкөм сараһын сығарырға әҙерләнеү өсөн материалдар йыйыла.