Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47 ↓

EUR 60.45 ↑

23 февраль, Кесе йома

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов: Ҡорбан байрамы – рухи таҙарыныу көнө

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 25 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/.

24 сентябрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов «Ләлә-Тюльпан» мәсетендә булды. Бында ла башҡа мәсеттәрҙәге кеүек үк Ҡорбан байрамы уңайынан вәғәз уҡылды.

Республика етәксеһе мосолмандарҙы байрам менән ҡотланы, йәмәғәт намаҙында ҡатнашты һәм диндарҙар менән аралашты.

– Һеҙҙе изге Ҡорбан байрамы менән ихлас ҡотлайым! Бөгөн – рухи таҙарыныу көнө. Ошо байрамды яҡшы эштәр, изге ниәттәр, яҡты уйҙар менән ҡаршы алабыҙ. Һәр йортта тыныслыҡ, йәм һәм муллыҡ булһын, халыҡтар дуҫлығы нығынһын, – тине Рөстәм Хәмитов.

Республика Башлығының Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назараты рәйесе, юғары мөфтөй Тәлғәт Тажетдин менән осрашыуы барышында республикала конфессия-ара хеҙмәттәшлек мәсьәләләре тикшерелде.

Рөстәм Хәмитов шулай уҡ «Ихлас» мәсетендә лә булды. Мәсеттә ул Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты рәйесе Нурмөхәмәт Ниғмәтуллин менән осрашты, диндарҙарҙы Ҡорбан байрамы менән ҡотланы, Иран биҙәү-ҡулланма сәнғәте һәм каллиграфияһы күргәҙмәһен ҡарап сыҡты.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть